Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Декабрь 2019, 10:00
Йәйәүлеләр тапалып һәләк була...
Быйыл 11 ай эсендә республика юлдарында 1143 кеше тапалып, 109 кеше алған яраларҙан һәләк булған, 1071 кеше йәрәхәтләнгән. Был юл-транспорт ваҡиғаларының яртыһы (593) Өфөлә теркәлгән.
Автоаварияларҙың күбеһе - йәйәүлеләрҙең ғәйебе буйынса.
Һәр икенсе йәйәүле тәүлектең йә ҡараңғы мәлендә, йә томан төшкәндә, ямғыр, ҡар яуған ваҡытта тапала.
Капюшон кейеп, ҡолағына наушниктар тыҡҡан кешеләр транспорттың килеүен күрмәй, ишетмәй тапалып ҡуя.
Мәҫәлән, яңыраҡ Салауат ҡалаһында көндөҙ трамвай 18 йәшлек егетте төрттөрә. Наушниктарҙа булған егет тирә-яғына ҡарамай ҙа, трамвай юлдарын аша сығып барған... Бик ауыр травмалар менән дауаханаға эләккән ул.
Бер транспорт та кинәт кенә туҡтай алмай. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ, зинһар...
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-y-lel-r-tapalip--l-k-bula-37692/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"