Новости
13 Декабрь 2019, 10:25

Первомайский ауылы халҡы - балалар майҙансығы өсөн

Первомайский ауылында йәшәүселәрҙең йомғаҡлау йыйылышы үтте, унда урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекты һайланды.

Йыйылыш барышында Первомайский ауылы халҡы балалар спорт-уйын майҙансығын һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Ете кешенән торған башланғыс төркөм һайланды. Уға халыҡ менән төп ойоштороу-аңлатыу эше алып барырға тура киләсәк.
Халыҡ һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең әүҙем үҙ-ара бәйләнешлек итеү һөҙөмтәһендә Стәрлебаш ауыл биләмәһе территорияһында мөһим проблемалар хәл ителә.
Иң мөһиме, эштә дөйөм ҡыҙыҡһыныу ауыл балалары шатлығы һәм именлеге өсөн проектты бойомға ашырырға ярҙам итһен.
Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас