Быға ышанырғамы, юҡмы? Шуныһы һағайта: актрисаның ғаиләһе әлегә тиклем уның сирләүе тураһында бер рәсми комментарий ҙа бирмәй. Ни бары Инстаграмда махсус булдырылған сәхифәһендә шундай һүҙҙәр яҙҙылар: “Яңы йыл алдынан яҡшы нәмәләр тураһында уйлау, хыялланыу, башҡаларға байрам кәйефе бүләк итеү күпкә күңеллерәк. Был ваҡытта негатив, ҡурҡыныстар, бысраҡ тураһында уйлағы килмәй. Үҙебеҙҙән шуны әйтәбеҙ, Анастасияға ыңғай фекерҙәрен һәм энергияһын ебәреүселәргә ҙур рәхмәт. Беҙ артабан да матбуғатта комментарийҙар бирергә йыйынмайбыҙ, сөнки ауырыған саҡта һәр кешенең шәхси сиктәре булырға тейеш”. Фото:
golos.ua Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nastyani-h-le-biger-k-ayanisli-37566/