Этте ашатыусылар ҙа, яратыусылар ҙа күп. Үҙе лә кешеләргә ылығып ҡына бара, әммә һаман да хужаһын көтә, яманһыулай.
- Шулай ҙа була икән! Бахыр хайуанҡай килеп туҡтаған һәр машинаға йүгереп килеп, хужаһын эҙләй, эсенә инеп ҡарарға тырыша, һаман да табырына өмөтөн өҙмәй, күрәһең, - тип аптырай ауылдаштар. Улар социаль селтәрҙәр аша эт хужаһын табырға ярҙамлашыуҙы һорай. Ошондай тоғро йән эйәһенә хыянат итеү мөмкин түгел, тигән уйҙа кешеләр. Фото: KP.RU Автор: Дина Арсланова