«Алтын ҡуллы һәм алтын йөрәкле, изге күңелле табип», «Беҙҙең Иваныч» тип йөрөтәләр һәм әле лә сикһеҙ хөрмәт менән һәм яратып әйтәләр үҙәк район дауаханаһының элекке акушер-гинекологы, юғары категориялы табип, «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» Александр Глазков тураһында. Эшләгән йылдарҙа ул меңләгән сабыйға яҡты донъяға ауаз һалырға ярҙам итә, әсәй булыу бәхете татый алмағандарға шундай шатлыҡ бүләк итә, пациенттарының йөҙләгән ғүмерен ҡотҡарып ҡала.
Стәрлебаштар конкурс тураһында һәм «Һаулыҡ һаҡлау» номинацияһында исемлектә уларҙың яратҡан табибының исеме булыуын белгәс, бер-береһенә эстафета тапшырған кеүек Интернетта: «Зинһар, Александр Иванович өсөн тауыш бир», тип хәбәр ебәрә. Ә уны алыусылар тауыш биреп кенә ҡалмай, ә смс хәбәрҙе барлыҡ дуҫтарына һәм таныштарына ебәрә. Йомғаҡ яһалғас, һәм Александр Иванович өсөнсө урын яулағас, барыһының да фекере берҙәм ине: «Ул хаҡлы рәүештә еңеү яуланы. Ура-а-а!».
Уны профессионализмы, эскерһеҙлеге, әҙер булыуы, эштәрен ситкә ҡуйып, сираттағы ауырлы ҡатынға ярҙамға ашыҡҡаны өсөн «халыҡ табибы» тип йөрөтәләр. Александр Иванович дан эҙләп йөрөмәй. Ул үҙе уға килә. Ул өйөнә эштән көндөҙ ҙә, кисен дә, хатта ял һәм байрам көндәрендә лә ҡайтып инмәй. Эшләгән тәүге йылдарҙа йылына яҡынса 485 балаға яҡты донъяға килергә ярҙам итә. Уға ҡабул итеү һәм бала табыу өсөн яҡын-тирә район һәм ҡалаларҙан ғына түгел, ә хатта Себерҙән дә киләләр. Һәм ул бер кешегә лә баш тартмай. Глазков эштә булһа, бөтәһе лә һәйбәт булырын беләләр.
Бүләк тапшырған ваҡытта уның фамилияһы яңғыраһа, халыҡ уға һәр саҡ аяҡ өҫтө ҡул саба. Район хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә «Халыҡ рәхмәте» миҙалын тапшырғанда ла шулай булды (һүрәттә). Рөстәм Камил улы Александр Ивановичҡа миҙал тапшырғанда райондың барлыҡ звено етәкселәре, барыһы ла бер булып, халыҡ табибын сәләмләне.
Хөрмәтле Александр Иванович, лайыҡлы наградағыҙ менән район гәзите уҡыусылары исеменән ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ! Беҙ Һеҙҙең өсөн бик шат! Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Ҡотлайбыҙ!