Новости
12 Декабрь 2019, 11:40

Юл фажиғәләре...

11 декабрҙә Бөрө районында иртәнге сәғәт туғыҙынсыла кеше тапалған.

Мишкә районынан 37 йәшлек водитель "Лада Гранта" машинаһында Бөрө ҡалаһы яғына китеп барғанда, 55 йәшлек йәйәүлене тапата.
Водителдең һүҙе буйынса, ир кеше юлға аңғармаҫтан килеп сыҡҡан. Кейемендә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булмағас, водитель уны ҡараңғыла күрмәгән.
Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнгә тиклем йән биргән.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-36229/
Читайте нас