Новости
12 Декабрь 2019, 11:40

Йөк ташыусылар ниңә лифттарҙы вата?

Һәр кемгә аҡса кәрәк. Шул иҫәптән йөк ташыусыларға ла . Әгәр улар йөктө фатирға тиклем мендерһәләр, хаҡ ике тапҡырға арта, баҡтиһәң.

Өфөлә йөк ташыусыларҙы вандализмда ғәйепләйҙәр. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамындағы бер йорттоң күҙәтеү камераһы эшселәрҙең лифтты ватҡан мәлен төшөрөп алған. Йәғни артыҡ бер мең аҡса эшләр өсөн, тотош йортто лифтһыҙ ҡалдырып киткәндәр. Зыян хаҡы – 38 мең һум. Күп ҡатлы йортта оло йәштәге ауырыу кешеләр, йәш балалы әсәләр бихисап. Улар лифтты үҙ иҫәбенә ремонтлатырға мәжбүр булған.
Махсус рәүештә сымдарҙы өҙөп, шахтаны ватыу осрағы бик йыш теркәлә, ти "ӨфөЛифт" компанияһы хеҙмәткәрҙәре. Был йортта йәшәүселәр полицияға ғариза яҙған, тикшереү бара. Йөк ташыусыларға ҡарата ниндәй сара ҡулланырҙар – әлегә билгеһеҙ. Әгәр һә йөк ташыусыларға мөрәжәғәт итәһегеҙ икән, абай булығыҙ. Әйберҙән тыш, улар һеҙгә проблема ла килтереүе бар.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Y-k-tashiusilar-ni--lifttar-i-vata-36083/
Фото: "Башньюс" сайтынан.
Читайте нас