Новости
12 Декабрь 2019, 11:35

Күп балалы әсәләр һәм лайыҡлы ғаиләләр бүләкләнде

11 декабрҙә Өфөлә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән Дүртөйлө районынан туғыҙ бала тәрбиәләүсе Первушиндар ғаиләһе бүләкләнде . Ошондай уҡ бүләккә улының спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Өфөнән Александар Буринин да лайыҡ булды. Тағы ла 48 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.
Башҡортостанда бөтәһе 50 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә. 1998 йылдан алып «Әсәлек даны» миҙалына 7919 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.
Фото:Башинформ
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-p-balali-s-l-r--m-layi-li-ail-l-r-b-l-kl-nde-36894/
Читайте нас