Новости
12 Декабрь 2019, 11:35

Өфөлә "Маугли малай" табылған

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында полиция хеҙмәткәрҙәре ҡараусыһыҙ ҡалған үҫмерҙе тапҡан. Етем малайҙы әле социаль-реабилитация үҙәгенә урынлаштырғандар. Кемлеген, нисә йәш икәнен, бығаса ҡайҙа йәшәүен асыҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә тура килгән.

"Башинформ" агентлығы яҙыуынса, малай тәүҙә әсәһе менән йәшәгән дә, уныһы үлгән икән. Бала бер ҡасан да уҡымаған, урамға сыҡмаған, кеше менән аралашмаған.
Хатта үҙенә нисә йәш икәнен дә белмәй. Ә тыуған көнө, 7 июлдә, ти.
Экспертиза үҫмергә 17 йәш булыуын асыҡлаған. Тик Маугли-малай был йәшкә тура килмәй: психологик яҡтан да, һөйләшеү яғынан да ҡалыша. Кеше араһына ла сығырға әҙер түгел.
Ниндәй генә хәлдәр юҡ беҙҙең был донъяла...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l--Maugli-malay-tabil-an-36836/
Фото: "Одноклассники" социаль селтәре.
Читайте нас