Новости
12 Декабря 2019, 11:30

"Бәйләнештә" селтәрендәге иң популяр быйылғы йырҙар асыҡланды

Социаль селтәр йылды йомғаҡлап, кешеләрҙең иң күп тыңлаған йырҙарҙы һәм альбомдарҙы билдәләне. Уларҙы музыкаль тәҡдимдәр (музыкальные рекомендации) бүлегендә табырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бер юлы йыл артисы, йыл асышы һәм йылдың ҡулланыусыларҙың һайлауы номинациялары еңеүселәрен иғлан ителде.

«Йыл артисы 2019» тип Тима Белорусских танылды — быйыл уның йырҙарын миллиардтан ашыу тыңлағандар.

Әйткәндәй уның «Твой первый диск — моя кассета» релизы «2019 альбомы»булды.

Artik & Asti feat. Артём Качер башҡарыусыларының «Грустный дэнс» «2019 йыры»на әйләнде.

«Йыл асышы» - номинацияға JONY тигән йырсы үҙенең «Аллея» трегы менән инде.

«Ҡулланыусылар һайлауы 2019» тип Jah Khalib әйтелде — уның йырҙарын кешеләр сәхифәләренә һәм төркөмдәргә йышыраҡ күсергән.

Иптәштәр! Ә һеҙ ошо йырсы-әртистәрҙең берәйһен булһа ла тыңлағанығыҙ бармы? Улар менән гәзитебеҙ төркөмөнә үтеп танышырға мөмкин.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-yl-nesht--selt-rend-ge-i-populyar-biyil-i-yir-ar-asi-landi-37038/

Читайте нас