Социаль селтәрҙәрҙең береһенә әхирәтемдән ҡот осҡос хәбәр килде: "Миндә оло ҡайғы - бөгөн иртән әсәйем үлде! Ни эшләргә лә белмәйем. Ни аҡса юҡ, бәлки ярҙам итеп ебәрерһең?! Ошо иҫәпкә аҡса һала алаһың, мин һиңә аҙаҡ, әсәйемде ерләгәндән һуң, кире ҡайтарырмын".
Был юлдарҙы уҡығас, ултыра төштөм, йөрәк "жыу" итеп ҡалды.
Автоматик рәүештә телефонды ҡулға алып, аҡса күсерергә ниәтләнем дә, шул уҡ мәлдә әхирәтемдең атаһы ла, әсәһе лә юҡлығын иҫләнем.
Әсәһенең вафатына бер ун йыллап барҙыр.
Шунан әхирәтемә шылтыратһам, ул да шаҡ ҡатып, социаль селтәргә инә һалды - сәхифәһен муттар емереп ингәйне...
Саҡҡа тынысланғас, күп тә үтмәне, икенсе таныштан тағы үтенес килде. Был юлы "аварияға осраған" әсәйенә операцияға аҡса кәрәк ине.
Һуңғы бер аҙна эсендә генә шулайтып ВК-лағы унлаған дуҫ-таныштарҙың сәхифәһен емереп инеп, аҡса һоранылар.
Муттарҙың әүҙемлектәре иҫте китәрә.
Улар өсөн изге бер ни ҙә юҡ, баштарында тик аҡса ғына.
Шуға ла һаҡлыҡты онотмағыҙ, дуҫтар. Теләһә кемдәргә хәләл аҡсағыҙҙы күсереп, шаштырмағыҙ ул бәндәләрҙе.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ap-an-a-el-g-k-rm-ge-36240/