Новости
11 Декабрь 2019, 06:25

Юрий Лужков арабыҙҙан китте...

Мәскәү ҡалаһының элекке мэры Юрий Лужков 84-се йәшендә вафат булды. Ул Германияның Мюнхен ҡалаһында йөрәгенә операция эшләткән булған.

Илебеҙ тарихында эҙ ҡалдырған сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, баш ҡалаға 18 йыл идара иткән Юрий Лужковтың тамырҙары беҙҙең республикаға барып тоташа – әсәһе Ҡалтасы районынан.
“Юрий Михайлович Лужков яҡты донъя менән хушлашты. Совет осоронан һуң ауыр мәлдә Мәскәү менән идара иткән, ҡала һәм мәскәүҙәргә күп яҡшылыҡ эшләгән ҡеүәтле, тормошто яратҡан кешенең китеүе бик үкенесле. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам”, – тип яҙа Мәскәү мэры Сергей Собянин.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yuriy-Lugkov-arabi-an-kitte-34299/
Читайте нас