Новости
11 Декабрь 2019, 06:40

Ут төртөргә маташҡандар

Белорет ҡалаһында билдәһеҙ әҙәмдәр урындағы граждандың автомобиле тәгәрмәстәрен тишә. Икенсе көнөнә Биатлон урамында төҙөлөп ятҡан коттеджға “Молотов коктейле”н ырғытып ут төртөргә маташалар. Бәхеткә күрә, янғын ҡапыл ҡабына ла үҙенән-үҙе һүнә.

Йортта бер кем дә йәшәмәһә лә, видеокамера урынлаштырылған була, унда күренеүенсә, ут төртөүселәр - ике егет.
Зыян күргән ғаилә ваҡиға тураһында полицияға мөрәжәғәт иткән, яуыз ниәт менән эш итеүселәр тураһында мәғлүмәт еткергән кешеләргә 20 мең һум аҡса ла вәғәҙә итәләр.
Читайте нас