Новости
11 Декабрь 2019, 09:10

"Сабый тыуыуынан да ҙурыраҡ бәхет юҡ"

Йәш парҙар ишетһен: беҙҙең республикала һәр тыуған бәпескә лә шаттар һәм ярҙам итергә әҙерҙәр. Республика етәксеһе кисәге Мөрәжәғәтнамәһендә был хаҡта асыҡ белдерҙе.

– Беҙҙә миңә тынғылыҡ бирмәгән тағы бер проблема бар. Бар нәмәнән дә нығыраҡ һағайта. Был – беҙҙең әҙерәк ярата башлауыбыҙ, балаларҙы әҙерәк тыуҙырыу. Бының артында иҡтисади, социаль сәбәптәр ҙә бар, аңлашыла. Әммә был ғына түгел.
Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса табыу менән артыҡ мауыҡтыҡ та, иң ҙур бәхет – атай һәм әсәй булыуҙы онота төштөк. Яңы автомобиль, фатирҙағы ремонт, сит илгә сәйәхәт сабый йылмайыуынан мөһимерәк булырмы? Беҙҙең тормошта нимә ҡиммәтерәк булыуы мөмкин? – тип Радий Фәрит улы балаларҙың әҙ тыуыуына, аборт яһатыу күрһәткестәренең юғары булыуына зарланды.
Ул яҡшы өлгө – Благовещендан Ирина һәм Вәхид Вәлиевтарҙың етем балалар алып тәрбиәләүсе ғаиләне атаны. Әйткәндәй, улар Мөрәжәғәтнамәне тыңларға килгәйне.
Беҙҙең республикала 10 меңдән ашыу аборт яһала.
- 10 тысяч детей не рождается потому, что люди боятся бедности, ответственности, чего-то ещё… И это в то время, когда мы направляем из бюджета десятки миллионов на операции ЭКО. Боремся за жизнь каждого 400-граммового малыша…
Я хочу, чтобы все мы крепко задумались об этом. Хочу, чтобы молодые пары знали, что наша республика рада каждому малышу. Что государство, общество, все мы готовы помочь.
Мы-то с вами с высоты прожитых лет знаем совершенно точно – что нет большего счастья, чем рождение ребёнка! – тине Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sabiy-tiuiuinan-da-urira-b-het-yu-34017/
Фото: Автор фотоһы.
Читайте нас