- Шуныһы ҡыуаныслы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә актуаль проблемаларҙы, Башлыҡ, өҫтөнлөклө йүнәлеш, тип билдәләне.
Шөкөр, беҙҙә тыуымды арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив сәләмәтлеген яҡлау мәсьәләһе һуңғы йылда етди төҫ алды. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, йыл һайын республикала 10 мең аборт яһатыла. Ул йәш парҙарҙы бала бәхетенән мәхрүм ҡалмаҫҡа өндәне.
Шулай уҡ медицина өлкәһе кадрҙар менән проблема хәл итеүҙе көтә. Ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау — үтә һаҡлыҡ менән эш итеүҙе талап иткән тармаҡ, сөнки төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ебәрелгән хаталарҙың кеше сәләмәтлегендә сағылыуы ихтимал. Юғары технологиялы медицина ҡоролмаларын, ресурстарҙы ҡала-райондар араһында ғәҙел бүлеү, табиптарҙың ҡеүәтен арттырыу, идара итеүҙе камиллаштырыу — алдыбыҙҙа торған ҙур бурыстарҙың бер-нисәүһе генә.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birovti-M-r-g--tnam-en-professor-S-li-Mir-abaevani-fekere-34048/
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.