Күрһәтелгән ролик та ғаиләлә атай абруйын үҫтереү тураһында булды. Радий Фәрит улының бөгөнгө сығышын тәрбиәүи дәрескә тиңләйем. Мәҫәлән, бөгөнгө заманда милли һәм халыҡсан идеологиялар юғалып барған күренеш. Башлыҡ бушҡа ғына өмә йолаһын телгә алманы. Өмәләрҙе тергеҙеп, оло бурыстарҙы еңел генә атҡарып сығырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ берҙәмлек темаһын күтәрелде – башҡорт элек-электән килеп тыуған ауырлыҡтарҙы бергә, иңгә-иң терәп хәл иткән.
Бөгөн бик күптәр: депутаттар ҙа, ябай кешеләр ҙә, мин халҡыма, республикама кәрәк, тигән тойғо менән залдан ҡанатланып сыҡҡандыр. Был Мөрәжәғәтнамә эмоциональ яҡтан айырылып торҙо. Башлыҡ әйткән һүҙҙәр аңға барып етеү генә түгел, йөрәктәргә үтеп инде.
Артабан да, берҙәм булайыҡ, тигән девиз менән тырышып, алға ынтылып эшләһәк һәм йәшәһәк ине.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birovti-M-r-g--tnam-en-BR-D-l-t-Yiyilishi-oroltay-r-yese-urinba-ari-Elvira-Ayit-olovani-fekere-34576/