Мөрәжәғәтнамәһен бер тында, хатта ҡағыҙға ла ҡарамайынса һөйләне. Тимәк, ул барыһын да башында йөрөтә. Башынан аҙағына тиклем тыңлаусыларҙы берләштерҙе һәм изге эштәргә илһамландырҙы. Хәбиров власҡа килгәс, халыҡ таҙалыҡҡа һәм тәртипкә өйрәнә башланы, ниһайәт, кешенең башына йәшәгән ереңде матур тотоу ҡағиҙәһе һеңә бара.
Бындай лидер менән алдынғы булырбыҙ, республика киләсәктә юғары күрһәткестәргә өләшер, тип ышанайыҡ.