Новости
11 Декабрь 2019, 06:35

Үлем хәленә еткәнсе туҡмалып...

Салауат районында күрше Силәбе өлкәһенең Кропачево ауылынан бер ҡатын-ҡыҙҙы үлем хәленә еткәнсе туҡмағандар. Ул айҙан ашыу комала ята.

Ваҡиға октябрҙә үк теркәлгән. 32 йәшлек Айгөл исемле ҡатын һөйәре менән Салауат районының Яхин ауылына иптәштәренә ҡунаҡҡа килә. Әлбиттә, дуҫтарҙың осрашыуы иҫерткес эсемлектәрһеҙ булмай. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң ҡунаҡ ҡатынды дауаханаға шок хәлендә оҙаталар. Ул ауыр тән йәрәхәттәре алған, баш һөйәге йәрәхәтләнгән була. Ҡатынға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Тик Айгөл аңына килмәй, комаға китә.

Ҡатындың әсәһе белдереүенсә, уны һөйәре менән ике ҡыҙ туҡмай. Ҡаза күреүсене тәүҙә Дыуан районының Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының нейрохирургия бүлегенә һалалар, аҙаҡ Силәбе өлкәһенең Сим ҡалаһы дауаханаһына күсерәләр. Тик бер аҙнанан, кома хәлендә булыуға ҡарамаҫтан, Айгөлдө өйөнә ҡайтаралар. Әле уны инвалид әсәһе тәрбиәләй. Етмәһә, ҡыҙының өс балаһы ла уның ҡулында. Ғаиләнең аҡса яғы ла наҡыҫ, улар ярҙамға мохтаж.

Әле был ваҡиға буйынса тикшереү башланған, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/lem-h-len-etk-nse-tu-malip-34218/
Читайте нас