Ул беҙгә Мәскәү мэры булараҡ таныш. Баш ҡала менән 1992 йылдан алып 2010 йылғаса етәкселек иткәйне.
2010 йылдың 28 сентябрендә ул саҡтағы Президент Дмитрий Медведев, "в связи с утратой доверия", тип отставкаға ебәргәйне. Иҫләйһегеҙме икән, шул йыл Мәскәүҙә бик эҫе булды, торф янды ла ҡаланы төтөн ҡапланы, үлеүселәр ҙә күп булған, тинеләр. Ә Лужков был ваҡытта ялда булған да, эш урынына тиҙ генә сыҡмаған. Кремль уға бик асыуланған...
Отставканан һуң, экс-мэр бизнес менән шөғөлләнгән, ҡатыны, иң бай бизнес-вумендарыбыҙҙың береһе Елена Батурина Европаға сығып киткән.
Лужков әфәнде Германияның Мюнхен ҡалаһында йөрәгенә операция эшләтеп ятҡан булған. Ярай, йәненең урыны үҙенә тейеш ерҙә булһын...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Hush-Lugkov-34193/