Боронғолоҡ дәлилдәре
Тәрәндән уйлаһаң, уларҙа хатта донъя халыҡтары ижады менән ауаздашлыҡ бар (әйтәйек, әкиәт, йыр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡ һәм башҡа жанрҙар Ер шарындағы бүтән халыҡтарҙың ижадында ла таралып, кешеләрҙең рухи тормошонда оҡшаш функциялар башҡара). Был хаҡта яҙыуым фольклорҙағы төбәк үҙенсәлектәрен инҡар итеүҙе аңлатмай, әлбиттә. Һәр халыҡтың ижадында дөйөм, уртаҡ байлыҡты кәүҙәләндергән әҫәрҙәр менән бер рәттән урындағы ер-һыу, ауыл-ҡала атамаларына, шунда булып үткән ваҡиғаларға, тормош-көнкүреш рәүешенә бәйле тыуған образдар, һәр төрлө хикәйәләүҙәр була.
Был хәл меркет-мең башҡорттары төйәге – Мораҙым ауылында йыйылған материалдар миҫалында ла ярайһы уҡ асыҡ күренә. Мәҫәлән, халыҡ йырҙарында Өршәкәй буйы, Мораҙым ауылы, риүәйәттәрҙә Мораҙымға яҡын Төрөмбәт, Түрҫәғәҙе, Юлдаш, Стәрлетамаҡ районына ҡараған Сумар, Әлшәй районындағы Маянған ауылдары, шул арауыҡтағы ер-һыу исемдәре телгә алына. Башҡортостан еренең үҙәк (төп) атамалары – Урал тауҙары, Ағиҙел йылғаһы, Өфө ҡалаһы – мораҙымдарҙың күңел хазинаһынан ситтә ҡалмаған, әлбиттә. Әммә шуныһы, хатта билдәле бер ерлеккә береккән атамаларға ҡағылған материалдарҙа ла дөйөм фольклор традициялары сағылған осраҡтар булғанлығы беленә.
Әйтәйек, “Биллеғылыс” тигән риүәйәт-легендала “йылғаның Салауатҡа ярҙам иткәне”, йәғни тәбиғәттең ыңғай геройға теләктәшлеге мотивы, тәғәйен мөхиткә ярашлы рәүештә төрлө халыҡтарҙың ижадында осрай. Ошо тәү ҡарауға бәләкәй генә күренештең дә ғәжәйеп ҙур мәғәнәһе бар. Фольклорыбыҙҙағы бындай, шулай уҡ башҡа бик күп архаик мотивтарҙың киң таралыуы һәм тотороҡло оҡшашлығы рухи мәҙәниәтебеҙ тамырҙарының тәрәнлеген, уларҙың дөйөм кешелек тарихы ерлегенә тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтеп тора.
Мораҙым фольклорын мин төрлө йылдарҙа йыйҙым. Уның бер өлөшө ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡайтҡанда, ауылдаштарым, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм туған-тыумасаларым менән аралашыу һөҙөмтәһендә ҡағыҙға теркәлһә, икенсеһе (байтағы) 1972 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған фольклор экспедицияһы осоронда яҙып алынды.
1959 йылдың аҙағында фольклор ғилемен өйрәнеү буйынса аспирантураға ингәс, үҙемдең хәтеремдәге түңәрәк уйындары йырҙарын (строфа) дәфтәргә теркәп ҡуйыуым да тәбиғи. Был китаптағы 171 куплет йыр шул тәүге дәфтәремдән.
Фольклорсының ерле халыҡ менән һөйләшеүе, ғәҙәттә, ауыл тарихы, нәҫел-ырыуҙар, ер-һыу атамалары хаҡында һорашыуҙан башлана. Мораҙымда меркет-меңдәр йәшәй тигән мәғлүмәт ауылдың үҙендә, Юлдашта, Өршәк буйына урынлашҡан Төрөмбәт, Ҡаҙморон ауылдарының өлкән йәштәге кешеләренән алынды. Әйтәйек, Меркет-мең ырыуына ун ике ауыл (Мораҙым, Төрөмбәт, Маянған, Мырҙағол, Абдулла, Юлдаш, Дүрттояҡ, Дөйәбатҡан, Мостафа, Түрҫәгәҙе, Ташбаш, Сумар, Айыт) ингән тигәнде Төрөмбәттән Мәһәҙи Ғөзәйер улы Назаров (1883 йылғы), Ҡаҙморондан Аҫылгәрәй Йософ улы Әхмәтов (1893 йылғы), Юлдаштан Зиннәтулла Байрамғолов (1896 йылғы) бабайҙың һөйләүҙәре буйынса ҡағыҙға теркәгәнмен.
Мораҙымдарҙың меркет-мең сығышлы булыуын уҡытыусыбыҙ Әмерхан Исхаҡ улы Килдиндың (1917 йылғы) һөйләүенән хәтерләйем. Уның әсәһе Зөһрә Исламғол ҡыҙы (1879 йылғы) “Беҙ, меркеттәр – бөркөттәр”, – тип йыш әйтә торған булған (быныһы Салауат Әмерхан улы Килдиндан алынған мәғлүмәт).
“Меркет” атамаһының ҡош исеменә бәйле булыуы башҡа халыҡтарҙың ырыу атамалары (этнонимдар), легендалары буйынса ла билдәле. Мәҫәлән, Алтай телеуттарының легендаларынан күренеүенсә, меркет – бер ҡанаты менән айҙы, икенсеһе менән ҡояшты ҡаплай алырлыҡ изге күк ҡошо. Телеуттар уға табынған. Меркет этнонимының монгол, көньяҡ алтайҙар, ҡырғыҙ, үзбәк, нуғай, төрөкмән-салорҙарҙың ырыу-ҡәбиләләре эсендә осрауы ла атаманың һәм уны йөрөткән ырыу тармаҡтарының боронғолоғо хаҡында һөйләй.
Рухи донъя байлығы
Элек-электән төрлө ырыу кешеләре бер-береһе менән аралашып йәшәгән: алыш-биреш иткән, туйлашҡан, байрамдарҙы (ҡыҙҙар уйындарын) бергәләп үткәргән. Шуға күрә теге йәки был ауылда төп ырыу кешеләре менән бер рәттән икенсе ырыуға ҡараған заттар ҙа була. Был йәһәттән 1989 йылғы фольклор экспедицияһы ваҡытында Дәүләкән районына ҡараған Хөсәйен (халыҡ телендә – Өҫәйен) ауылында скрипкасы Әхмәҙулла Ғәфүр улы Насировтың (1914 йылғы) һөйләгәне иғтибарҙы йәлеп итә: “Беҙҙең ауылда шундай нәҫелдәр бар: ҡуяндар, сирмештәр <…..>, меркеттәр (меркеттәрҙән: Мөҙәрис Гилдин – Ҡотлогилдин, Мырҙабай Ҡотлогилдин… Үлеп бөтөп бара инде нәҫелдәре)”.
Мораҙым ауылындағы ҡайһы бер нәҫелдәрҙең (аймаҡ-аралар) тармағында ла “саф” меркеттәрҙең булмауы ихтимал. Мәҫәлән, 1972 йылдағы экспедиция материалдарынан күренеүенсә, уҡытыусы Булат Рамаҙан улы Ҡунафин (1901 йылғы) үҙен Өршәк-мең ырыуы башҡорто тип иҫәпләгән (Мөхтәр Сәғитов яҙмаһы). Дөйөм алғанда, Мораҙым ауылы тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр киң хронологик юҫыҡта “Мурадым – родовое селение” тигән китапта яҡтыртылған [Мурадым..., 2006].
Тарихсы-этнограф Р. Ғ. Кузеев ырыу-ҡәбилә тамғаларына, фольклор материалдарына таянып, өршәк-меңдәрҙе Дим буйының төрлө урындарынан килеп, Өршәк буйына төпләнгән “яңы ырыуҙарҙың” береһе тип иҫәпләне. Уларҙың тамғалары – Y (кәләп), меркет-меңдәрҙеке – Т (сүкеш), // (әйткәндәй, минең атайымдың ҡултамғаһы сүкеш ине) [Кузеев, 1974]. Аңлашылыуынса, “яңы ырыу” мең ҡәбиләһенең төрлө тармаҡтарынан ойошҡан.
Ауылдарҙа, шул иҫәптән Мораҙымда ла, дөйөм бер атама-этнонимдан тыш, айырым нәҫелдәрҙең (ара-аймаҡтарҙың) исемдәре була, урындағы халыҡ, ғәҙәттә, уларҙы белеүсән. Мораҙымда дүрт ара билдәле: байымдар, ысмаҡтар, ҡаралар, таҙлар (кемдәрҙең ниндәй нәҫелгә ҡарауы ырыу ағастары шәжәрәләрҙә сағыла).
Меркет-меңдәрҙең биләгән ерҙәренең бик киң булыуы, ул ерҙәргә һуңғы дәүерҙәрҙә башҡа халыҡтарҙың (татар, урыҫ, украин һ.б.) күсеп ултырыуҙары, шуға бәйле ҡаршылыҡтар, ярашыу-килешеү хәлдәре; 1921 йылғы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1941–1945) ауыл халҡының яфа сигеүе, шундай хәлдә лә рухтарын һындырмай йәшәүҙәре хаҡында халҡыбыҙ хәтерендә риүәйәт ярсыҡтары, хәтирәләр һаҡланған. Миңә уларҙың байтағы менән Ғәлиә Сәлих ҡыҙы Мырҙабаева (Байымова) дәфтәрҙәре аша танышырға тура килде. Әле уларҙы бер тәртипкә килтереп, әҙерләйһе бар.
Мораҙым халҡының рухи донъяһының байлығы айырыуса йыр-моң мәҙәниәте традицияларының көслө булыуында сағыла. Оҙон, һалмаҡ, ҡыҫҡа көйҙәргә йырлана торған исемле һәм исемһеҙ йырҙар, бейеү, уйын таҡмаҡтары – быларҙың һәр тармағы үҫешкән, тәрәҡҡиләшкән йүнәлеш. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында яҙып алынған материалдар шуны күрһәтә. Исемле йырҙарҙан: “Тәфтиләү”, “Ерән ҡашҡа”, “Уйыл”, “Өршәк буйы”, “Зөлхизә” – киң билдәле оҙон көйҙәр. Өлкән йәштәге кешеләрҙең репертуарында иң тотороҡло көйҙәрҙең береһе “Тәфтиләү” ине. Ошо көйҙө атайым Нәҙершин Айытбай Минебай улының (1881–1961) ҡурай моңо аша миңә бала саҡтан уҡ күп тапҡырҙар ишетергә насип булды.
Аҙаҡ экспедицияларға йөрөгәндә лә, Өршәк, Дим, Асылыкүл буйҙары башҡорттары араһында “Тәфтиләү”ҙең киң билдәле көй икәнлеге асыҡланды. 1735-1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа үтә лә ныҡ ҡанһыҙлыҡ күрһәткән Ырымбур крайы башлығының ярҙамсыһы мырҙа Ҡотломөхәмәт Тәфкилевкә (христиан диненә күскәндән һуң – Алексей Иванович Тефкелев) мәңгелек ҡарғыш йыры ул – “Тәфтиләү”:
Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп, яҙҙым ҡарғыш –
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта (Рухи хазиналар).
Был төбәктә йырҙың һуңғы ике юлын “Ташҡайларға соҡоп, яҙҙым ҡарғыш – тәҫтиләүҙәр уҡыр бер саҡта” тип башҡаралар.
Исемһеҙ йырҙар оҙон йә талғыныраҡ, бик үк оҙон булмаған көйҙәргә башҡарыла. Оҙон көйгә йырлағанда, күберәген “Ҡарағай” тип исемләнгән йырҙың көйө файҙаланыла. Ул шулай уҡ бер ауылдың ғына көйө түгел. Алда әйтелгән төбәктең йыр-моң системаһында көй стилен сағылдырып тороусы үрнәк ул, минеңсә. “Ҡарағай”ҙың һүҙҙәре лә бик мәғәнәле:
Ҡарағай ҙа тигән бейек ағас
Ыҙғыр елдәргә лә бирешмәй.
Ирмен дә генә тигән ир-егеткә
Башты түбән эйеү килешмәй.
Ыласынҡай тигән дә, әй, ғорур ҡош
Ҡош ҡундырмай ағас башына.
Ирмен генә тигән, әй, ир-егет
Һүҙ тейҙермәй ғәзиз башына.
Күңел һәм аҡыл хазинаһы
“Азамат”, “Сибай”, “Илсе Ғайса” йырҙарын ауылыбыҙҙың йәшерәк быуын йырсылары (Байымов Мансур, Нәҙершин Даян һ.б.) башҡарыуында ишетергә насип булды. Йыр сәнғәтенең үҫешендә, дөйөм алғанда, радио, телевидениеның роле ҙур. Әммә эфир аша “сейле-бешле” йырҙар бик йыш ҡабатланһа (халыҡ әйтмешләй, “Тамсы тама-тама боҙ тишә”), классик традицияларҙың ҡаҡшауы ихтимал. Күп нәмә мәҙәниәт һағында торған шәхестәрҙең эшмәкәрлегенән тора.
Уҙған быуаттың 40–50-се йылдарында Мораҙым ауылында ҡурай тартҡан ике генә кеше бар ине – Рәхмәтулла бабай Моратшин менән Айытбай Минебай улы Нәҙершин (улар ҙа сәхнәгә сығып уйнаусылар түгел). 80-се йылдарҙа мәктәптә ҡурай түңәрәге ойоштороп, балаларҙы ҡурай уйнарға өйрәтеү, ансамбль төҙөү (етәксеһе – Сәлимйән Мырҙабаев) ғәйәт әһәмиәтле башланғыс ине. С. Мырҙабаевтың эшен артабан Илнур Хәйҙәр улы Нәҙершин дауам итте.
Аҙағыраҡ Мораҙым урта мәктәбе уҡыусыларын ҡурай уйнарға өйрәтеү өсөн Өфөнән арҙаҡлы ҡурайсы Азат Айытҡоловтың саҡырылыуы, илленән ашыу уҡыусының унан дәрестәр алыуы республика күләмендә ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҙәни сәйәсәттең эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуын сағылдырыусы оло бер күренеш булды.
Шуныһы, орлоҡ уңдырышлы тупраҡҡа төшһә генә, ҡеүәтле үҫентеләр биреп, уңыш килтерә. Мораҙым ауылының рухи ерлеге иһә тәрән тамырлы, көслө ерлек. Хатта ауыр 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы осорҙа ла бында моң, йыр-бейеү сәнғәте һүрелмәне, төҫһөҙләнмәне. Ҡорбанғәле Айытбаев, Сәхиулла Хәбибуллин, Минеяр Бәхтегәрәев кеүек скрипка оҫталары, мандолинасы, гармунсылар булды. Уларҙың маһирлығы артабан улдарына, туған-тыумасаларына күсеп, традиция дауам ителде: Зөфәр Айытбаев, Фәнил Хәбибуллин, Ғәлимйән Бәхтегәрәев музыка ҡоралдарында ифрат та оҫта уйнаны. Йыр-моңға сумып, гөрләп торған ҡыҙҙар уйындарының иң сағыуҙары ла Мораҙымда булғандыр, моғайын. Тамырҙары менән Ҡояшты, йәшәү әйләнешен символлаштырған түңәрәк уйындары ғына тау башының әллә нисә урынында уйналыр ине. Ә унда яңғыраған мөхәббәт йырҙары – тыуған ергә һәм һөйгән йәргә мөхәббәт – шаян таҡмаҡтар! Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
Беҙ Мораҙым, беҙ Мораҙым,
Беҙ Мораҙым бит әле,
Беҙҙең белән ҫөйләшергә
Права иметь ит әле.
Беҙҙең Мораҙым ауылы,
Утыртҡан гөлләр кеүек.
Күтәрелмәй күңелләрем
Ҡараңғы төннәр кеүек.
Тейәгәннәр, тейәгәннәр,
Тейәгәннәр дрова.
Ҫеҙҙең белән ҫөйләшергә
Кеҫә тулы права
Мораҙым туғайлары,
Мораҙым туғайлары.
Бер килҫә ҡыйынлыҡлары,
Бер килер уңайлары.
Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: күмәк кеше ҡатнашҡан түңәрәк уйындарында йәштәрҙең бер-береһен ишетә белеү һәләте, йәғни ваҡытында йырҙың темаһын үҙгәртә белеү – бошоңҡораҡ ауаздар яңғырай башлаһа, күңеллерәктәрен индереп ебәреү (был алдағы дүрт юллыҡтарҙа асыҡ күренде), йә булмаһа мөхәббәт, шаян, төртмә йырҙарға күсеп китеү. Ҡарағыҙ:
Ҡара кәстүмен кейгән,
Ҡара кәстүмен кейгән,
Ҡара кәстүмнәрен кейгән –
Шул инде минең ҫөйгән.
Ҡара кәстүм, аҡ яҡа,
Ҡара кәстүм, аҡ яҡа.
Ҡара кәстүм, аҡ яҡаға
Иҫебеҙ китмәй пока.
Асылда һәр уйнаусы – күмәк ижадта ҡатнашыусы, аҡылын, күңелен сарлаусы, ә әҙер музыкаға бейеүсе генә түгел. Фольклор донъяһында өҙөлгән хәтер ептәренең яңынан ялғанып китеү осраҡтары була, хатта боронғо мифтар актуалләшә. Кем белә, бәлки, Мораҙым йәштәре лә уйын традицияларының милли асылын тергеҙер бер заман.
Мораҙымда яҙып алынған материалдар араһында афористик жанрҙар – мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштар ҙур урын биләй (600-ҙән ашыу текст ҡағыҙға теркәлгән). Уларға ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған тормош тәжрибәһе, аҡыл ҡеүәһе, йәшәү фәлсәфәһе, хоҡуҡ ҡанундары, әхлаҡ ҡағиҙәләре һалынған (Балаһы һигеҙ – донъяһы тигеҙ; Иҙелдең төбө булҫа ла, ирҙең төбө юҡ; Диңгеҙ кискән – донъя күргән; Иленән айырылған – ҡанғаты ҡайырылған; Ташкенттың аҡсаһы таш аҫтында һ.б.).
Тәбиғәтте, ябай көнкүреш әйберҙәрен нәфис шиғри алымдар менән һүрәтләгән йомаҡтар балаларҙың аҡылын һынау, зиһенен үҫтереү, уларҙа күҙәтеүсәнлек тәрбиәләү йәһәтенән бик ҡиммәтле. Ҡарағыҙ: ҡара төйөнөм сиселде, эсенән гәүһәр сәселде (ямғыр); өй түбәмдә ефәк билбау (йәйғор); урамда батыр, өйҙә – илаҡ (ҡар); яр буйында ярты аласыҡ (ҡолаҡ); Башҡортостанда һәр өйҙә, Татарстанда – бер генә (ҡаҙан); Воем-воем, фитлем-фитлем, ҡәләм ҡаш...шшш (салғы яныу) һ.б..
Уҙған быуаттың икенсе яртыһында яҙып алынған фольклор материалдары араһында сәсмә жанрҙарға ҡараған үрнәктәр байтаҡ. Мораҙым ауылының Вәлит осонда йәшәгән Фәрит Вәлитовтан ишеткән әкиәттәрҙе мин әһәмиәтле табыш булараҡ ҡабул иттем. Һан яғынан улар бик күп тә түгел – барлығы 7 текст: “Алпамыша батыр” (“Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының әкиәтләштерелгән, йәғни иртәк варианты), “Таҙ батыр”, “Мулла ҡарт менән малай”, “Убырлы ҡарсыҡ”, “Алтын сабаҡ”, “Төлкө ярҙамы”, “Һалдат”, әммә сифаты, композиция төҙөклөгө, тел байлығы буйынса улар үрнәк булырлыҡ, бигерәк тә әкиәт һөйләү традицияларының йомшара барған бөгөнгө заман шарттарын иҫкә алғанда.
Риүәйәт, легенда, хөрәфәти хикәйәләрҙең әһәмиәтле өлгөләре яҙып алынған. Мифологик үрнәктәрҙән – “Айҙағы ҡыҙ”, “Ер”, тарихи характерҙағыларынан – “Мораҙым”, “Башҡорттарҙың суҡыныуҙан баш тартҡаны”, “Биллеғылыс”, “Өйташ”, көнкүреш тураһында – “Баҡыш мәмерйәһе”.
Күләм сикләнгәнлектән ҡайһы бер яҙмалар бында инеп бөтмәне, әммә икеләнмәйенсә шуны әйтергә була: дөйөм башҡорт фольклорында ниндәй жанрҙар бар, шуларҙың береһе лә Мораҙым ауылы халҡының күңел һәм аҡыл хазинаһынан ситтә ҡалмаған.