Новости
10 Декабрь 2019, 09:15

Яңы йылға аҡса экономияларға кәрәкме?

Кисә, 9 декабрҙә, баш ҡаланың Ленин , Салауат Юлаев исемендәге һәм Совет майҙанында Яңы йыл майҙансыҡтарын асыу тантаналары булды.

Бында балаларға төрлө конкурстар , уйындар үткәреү ҡаралған. Салауат Юлаев һәйкәле янында пикселле шыршы ҡуйылды. Ҡалғандарында урман ҡупшыҡайҙары райондарҙан килтерелгән.
Быйыл Яңы йыл байрамдарына Өфө һәм республиканың ҙур ҡалалары заманса иллюминациялар менән биҙәләсәк. Властар уға 115 млн һум аҡса сарыф итәсәк. Күптәрҙе был һандар аптырашта ҡалдырған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Дмитрий Чувилин быйыл ҡаланы биҙәүгә рекордлы суммала аҡса тотонолоуына ризаһыҙлыҡ белдереп, БР финанстар министры Лира Иғтисамоваға мөрәжәғәт ебәргән. Уның фекеренсә, был аҡсаларҙы балаларға ярҙам итеү , етемдәргә фатир һатып алып биреү маҡсатынан тотонорға була .
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-i-yil-a-a-sa-ekonomiyalar-a-k-r-kme-32621/
Читайте нас