Дуров әфәнде әйтеүенсә, ватсап уны ҡулланыусыларҙың хәбәрҙәре аша кешене күҙәтә. Фотоларҙы ла үҙ маҡсатында "ҡайҙалыр" йүнәлтеүе ихтимал.
"Это очень маловероятно, что кто-то может случайно допускать серьезные сбои в системе безопасности, такие удобные для слежки, на регулярной основе", ‒ тип яҙған Дуров үҙенең Telegram-каналында.
WhatsApp-ҡа хужа булған Facebook ниндәйҙер аңлашылмаған сәйәсәт алып бара, имеш.
Ватсап иһә беҙгә яңынан-яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә. Хәҙер унда "иҫкә төшөргөс" (напоминание) бар. Әммә яҙылыу буш түгел. Яңы функцияны Any.do ботына хәбәр ебәреп ҡуйҙыра алаһығыҙ.
Шулай уҡ был мессенджерҙа тиҙҙән хәбәрҙәрҙе билдәле бер ваҡыттан һуң юйҙыра торған яңы автомат функция ла барлыҡҡа киләсәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/WhatsApp-asha-e-e-k--t-l-r-32283/