Новости
10 Декабрь 2019, 09:05

Учалы "моржы" донъя кимәлендәге ярышта ла һынатмай!

Учалынан хаҡлы ялдағы Нәзимә Мәғәфүрова "морж"дарҙың Донъя кубогы ярышында ике дистанцияла ла өсөнсө урын яуланы.

Ярыштар 4-8 февралдә Төмән ҡалаһында уҙҙы.
Был бәйгелә Учалынан 14 йәшлек ике үҫмер ҙә ҡатнашып, Данил Ғатауллин 4-се урын алһа, Илгиз Ғиниәтуллин 6-сы урынға хушһынды (тренерҙары Әлиә Романова һәм Лилиә Шәймөхәмәтова). Уларҙың өлкән егеттәр менән бергә ярышыуын иҫәпкә алғанда, үҫмерҙәр бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uchali-morgi-donya-kim-lend-ge-yarishta-la-inatmay-32806/
Фото: Б.Ҡаһарманова.
Читайте нас