Бындай хәл ышаныс ҡағыҙы буйынса пенсионер урынына башҡа кеше аҡса алған осраҡта тыуа. Сара бик мөһим, тип иҫәпләйҙәр Пенсия фондында, ул законһыҙ рәүештә средстволар үҙләштереүҙе туҡтатасаҡ. Йыш ҡына өлкән кеше вафат булғандан һуң да пенсияны алыу осраҡтары дауам итә.
Әгәр ҙә пенсионер Пенсия фонды идаралығына үҙе килә алмаһа, уның мобиль клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, пенсияны өйҙә алыу фактын раҫлатыу мөмкинлеге бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: пенсияны ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡа кешенең дә алыуы мөмкин. Ошо осраҡта “Страховка пенсиялары тураһында”ғы закон пенсионерҙан йылына бер тапҡыр аҡса алыу буйынса теркәлеү фактын раҫлауҙы талап итә.