Новости
10 Декабрь 2019, 08:55

Күҙең күрмәй икән – һунарға йөрөмә!

Һунар иткәндәге иғтибарһыҙлыҡ бәләгә килтерә.

Һунарға сығып, кешеләрҙең яңылыш бер- береһен атыу осраҡтары йыл һайын һунар миҙгелендә ҡабатланып тора. Иғтибарһыҙһың һәм күҙҙәрең яҡшылап күрмәй икән, ҡорал тотоп урманға сыҡмауың хәйерлелер.
Бәләбәй районының Яңы Александровка ауылы эргәһендә ял көндәрендә ике ир һунар итергә сыға. Уларҙың өлкәне йыраҡта торған иптәшен шәйләмәй, йәнлек икән тип уға ата. Йәрәхәтләнгән ирҙе дауаханаға оҙаталар. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-e-k-rm-y-ik-n--unar-a-y-r-m-33551/
Читайте нас