Новости
9 Декабрь 2019, 19:30

Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелде

Ул Башҡортостандың баш ҡалаһынан йоп, ә кире йүнәлештә таҡ көндәрҙә йөрөйәсәк.

2017 йылда был маршрут рентабелле түгел тип танылғайны. Шунлыҡтан «Куйбышев тимер юлы» етәкселеге ике республиканы тоташтырыусы составты йөрөтөүҙән баш тартты. Ә пассажирҙарға Өфө аша үтеүсе поездар йәки башҡа транспорт сараларына күсеп ултырыға мәжбүр булды.
Өфө-Ҡазан маршрутын хеҙмәтләндереүсе состав та заман талаптарына яуап бирә. Хеҙмәткәрҙәргә элекке ҡул эштәрен хәҙер планшет ярҙамында башҡарырға мөмкин. Тимер юлсылар әйтеүенсә, көн аша күрше республикаға ошондай ике вагон йөрөйәсәк. Улар 92 пассажирға иҫәпләнгән.
Пассажирҙарға Ҡазанға барып етеү өсөн 21 сәғәт самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Әлбиттә, был автобус менән сағыштырғанда өс сәғәткә күберәк. Шулай ҙа тимер юлы транспорты менән файҙаланыусылар фекеренсә, иң мөһиме хәүефһеҙлек. Сөнки юлдарҙа былай ҙа авариялар күп теркәлә, бигерәк тә ҡыш көндәрендә.
Ваҡытында Өфө менән Ҡазан араһындағы маршрут айырыуса популяр һаналған. Әммә 2017 йылда компания етәкселеге уны рентабелле түгел тип тапҡан. Шулай ҙа поезға өҫтөнлөк биреүселәр бындай үҙгәреште тыныс ҡына ҡабул итә алмай. Улар маршуртты тергеҙеүҙә ярҙам һорап Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт итә.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын Башҡортостандан Ҡазанға 50 мең самаһы турист йөрөй. Уларҙың күбеһе шәхси транспорт һәм автобус хеҙмәттәре менән файҙалана. Шулай уҡ күрше республикаға самолет менән дә барып етергә мөмкин. Бөгөн беҙҙең алда туристарҙы күберәк үҙебеҙгә йәлеп итергә кәрәк, ти белгестәр. Бының өсөн тейешле инфраструктура тыуҙырыу талап ителә.
Был проект тураһында Башҡортостан башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путин менән дә һөйләшкән. Радий Хәбиров шулай уҡ күптән түгел Мәскәүҙә үткән транспорт форумында ла ошо мәсьәләне күтәрҙе. Рәсәй тимер юлдары компания етәкселеге менән осрашыуҙа эшсе төркөм ойоштороп, проекттың иҡтисади һөҙөмтәлеген баһаларға килешелгән.
Читайте нас