Баш ҡаланың дүрт майҙанында - Ленин исемендәге майҙанда Үҙәк шыршы алдында, Орджоникидзе һарайы янында, Ленин һәм Пушкин урамдары сатында, Зәки Вәлиди урамы яғынан Ленин паркына ингән урында иллюминация инсталляциялары ҡуйылды. Уларҙың авторы - бар донъяға билдәле яҡтылыҡ архитекторы һәм рәссамы Валерио Фести.
Бығаса уның әҫәрҙәре Париж, Стамбул, Мәскәү кеүек ҡалаларҙы биҙәгән.
Өфөләге Яңы йыл инсталляциялары бөгөндән, 9 декабрҙән эшләй башланы.
- Биҙәүестәрҙе ҡорғанда беҙ һәр ваҡыт оло спектакль әҙерләгән кеүекбеҙ. Өфөләге ҡоролмалар дүрт әкиәт яҡтылыҡ ишектәрен хасил итә. Улар яҡтырып торған ҡала периметрын күрһәтә - ошоноң менән беҙ сихри киңлеккә инергә мөмкинлек бирәбеҙ. Балалар унда бер үҙҙәре үтә ала, өлкәндәргә иһә тик балалар оҙатыуы кәрәк. Сихри эффектты тойор һәм бәхетле булыр өсөн бөтә ишектәр аша үтергә кәрәк, - тине Валерио Фести.