Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет (СПЧ) ағзаһы һәм “Коррупцияға ҡаршы милли комитет” етәксеһе Кирилл Кабанов бюджет аҡсаһын үҙләштереүселәрҙе Ватанға хыянат итеүселәргә тиңләргә һәм шуға ярашлы яза бирергә тәҡдим итте.
Кабанов фекеренсә, әле ҡануниәттәге закон ҡаҙнаны талаусыларға ҡарата йомшаҡ. Уны мотлаҡ ҡәтғиләштерергә һәм ундай енәйәтселәрҙе 10 йылдан 25 йылға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк.
Күрербеҙ: яңы закон проект нисегерәк тиҙ эшләнер? Ғөмүмән, эшләнерме?
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/D-l-t-a-na-inan-urlausi-Tiu-an-ilg-hiyanat-ite-se-bulasa-mi-32367/