Өс ир йылғаға балыҡ тоторға барған. Кире ҡайтырға сыҡҡанда боҙ уйылып, икәүһе һыуға батҡан. Уларҙың берәүһен дуҫтары ҡотҡарған, аяғы аҫтындағы боҙ сатнай башлағас, икенсеһенә ярҙам итә алмаған. Балыҡсы 30 минут һалҡын һыуҙан сығырға маташҡан әммә көслө ағым һыу төбөнә алып киткән. Әле был урында водолаздар1955 йылғы ирҙе эҙләй.Осраҡлы ғына был хәлдең шаһиты булған бер ҡатын ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.