Новости
10 Декабрь 2019, 09:20

Бөрйәндәр булдыра ул

Бөрйән районының Кесе Ҡыпсаҡ ауылы халҡы үҙ көсө менән спортзал төҙөлөшөн башлаған.

Был ауылда 22 йорт, 80 кеше иҫәпләнә. Унда йәшәүселәр йыйылыш үткәреп, изге башланғысҡа тотона, уларҙың эшен район хакимиәте лә күтәреп ала һәм мөмкин тиклем ярҙам итә. Балалар өсөн ябыҡ спорт залында сәхнә урынлаштырыу ҙа күҙаллана. Әлеге ваҡытта бинаның яртыһынан күберәге күтәрелгән.
Спорт һәм мәҙәниәт комплексының дөйөм майҙаны – 105 квадрат метр, бейеклеге 5 метрҙан ашыу.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-ry-nd-r-buldira-ul-32349/
Фото: БЮТ
Читайте нас