Кисен Туймазы районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 32-се саҡрымында, 38 йәшлек ир ВАЗ-2110 машинаһында 56 йәшлек йәйәүлене тапаған.
Алған йәрәхәттәрҙән йәйәүле шунда уҡ йән биргән.
Водителдең һүҙе буйынса, һәләк булған ир йәйәү килеш велосипед менән юл ыңғайы китеп барған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырғыс булмаған.
Тәүлек эсендә эскән килеш машина йөрөткән 50 водитель тотолған! Был тотолғандары ғына бит әле ул...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-7-dekabr-31277/