Кропачево-Мәсәғүт-Ачит автомобиль юлының 79-сы километрында сит ил автомобилдәре бәрелешеүе арҡаһында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Nissan автомобилендә ултырған бәлиғ булмаған пассажир һәм Ford водителе фажиғә урынында йән бирә. Nissan менән идара иткән ир кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.