Новости
9 Декабрь 2019, 09:35

Собчак та башҡортса бейей

Ошо көндәрҙә Илеш районы ҡунаҡтар ҡабул итте. Йола буйынса йыр-моң, сәк-сәк, киң һәм шар асыҡ күңел менән. Алһыу Сафина (Абрамова) Уяндыҡҡа яңғыҙ ғына ҡайтманы. Янында беҙгә бик тә таныш ханым бар ине.

Яҡташыбыҙ Рәлиф Сафиндың ҡыҙы, моңло һандуғасыбыҙ Алһыу был юлы Рәсәй Президентына элекке кандидат, телейондоҙ Ксения Собчакты ла эйәрткәйне.

Уларға сәскә тотторҙолар, дәртле бейеү көйҙәре лә һуҙып ебәрҙеләр. Алһыу ни, өйрәнеп бөткән, үҙебеҙсәләп, һикертә баҫып бейергә төшөп тә китте. Ксения ханым оялсаныраҡ ҡарап, бер аҙ тора бирҙе әле. Унан түҙмәне, ул да төштө. Маладис! Башҡортса бейей белә. Улай бейегәс тә ярай (хәҙер был бейеү социаль селтәрҙәрҙә бар).

Ҡунаҡтарҙың тәғәйен генә ниндәй маҡсат менән йөрөгәнен белмәйбеҙ әлегә. Һәр хәлдә Алһыу Рәлиф ҡыҙының мөһим йомошо булғандыр. Атаһының тыуған яғын онотмай ул.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sobchak-ta-bash-ortsa-beyey-30885/
Фото:vk.com.
Читайте нас