Новости
9 Декабрь 2019, 06:15

Игеҙәктәр бер үк көндә бәпәй тапҡан

Игеҙәктәр араһында, ысынлап та, күҙгә күренмәгән бәйләнеш бар икән, тип ғәжәпләнә табип-акушерҙар. Өфөләге бала табыу йорттарының береһендә һирәк осрай торған ваҡиға булған.

Игеҙәктәр Гөлнур һәм Гөлназ бер үк көндә бала табыу йортонда икенсе улдарының донъяға килеүенә әҙерләнә. Табиптар игеҙәк әсәләр араһында серле бәйләнеш барлығын һиҙә. Тулғаҡ тотоу бер көндә генә түгел, хатта бер үк сәғәттә башлана. Йәш әсәләр бер-береһен йыуатып, йылы һүҙ менән ярҙам итергә тырыша. Күп тә үтмәй, бер-бер артлы һөйкөмлө уландары – Әнүәр һәм Александр донъяға килә.
Өфөнөң Калинин районы ЗАГС-ы начальнигы бәхетле әсәләргә сабыйҙарҙың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы, ғаиләләргә мөхәббәт, һаулыҡ һәм именлек теләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ige-kt-r-ber-k-k-nd-b-p-y-tap-an-29937/
Читайте нас