Әле үк әйтергә була, “Зенит” командаһы “Динамо”ны 3:0 иҫәбенә отоп, күтәренке кәйеф менән ялға туҡтаны. Сөнки улар икенсе урында урынлашҡан “Краснодар” футболсыларынан 10 мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Ғөмүмән, “Зенит” һымаҡ чемпионлыҡҡа дәғүә иткән башҡа командалар, барыһы ла юғалтыу кисерҙе. Ә бына уртансылар рәтенә ынтылған “Өфө” уйынсылары һуңғы турҙа Грозныйҙа “Әхмәт” клубын 1:0 иҫәбенә еңеп, хатта етенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Хәҙер улар “Арсенал” менән 25-әр мәрәй яулап, алтынсы-етенсе урындарҙы бүлешәләр.