Новости
9 Декабрь 2019, 09:40

Өфө халҡы ҡайҙа Яңы йыл шыршыһы һатып аласаҡ?

Тиҙҙән Өфөлә шыршы баҙарҙары асыласаҡ. Быйыл 102 майҙансыҡта Яңы йыл символын һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Шыршы баҙарҙары ғәҙәттәгесә сауҙа үҙәктәре янында, хәрәкәт көслө урамдарҙа, ауыл хужалығы һәм фермер йәрминкәләрендә урынлашасаҡ.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, йәшел ҡупшыҡайҙарҙы «Алтын», «Юрматы», «Кувыкин», «Йылға аръяғы», «Гагаринский», «Корсо» сауҙа комплекстары янында, Менделеев, Мөбәрәков, Эшсе хәбәрселәр, Степан Кувыкин, Гагарин, Рыльский, Королев, Рихард Зорге, Пушкин, Ленин, Ибраһимов, Комсомол урамдарында, Октябрь проспектында һәм башҡаһурындарҙа табырға мөмкин буласаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-khal-y-ay-a-ya-y-yyl-shyrshy-y-atyp-alasa-/
Читайте нас