Новости
9 Декабрь 2019, 09:35

Декабрь айына һынамыштар

– Ҡыш ҡар әҙ булһа, йәй уңыш уңмаҫ.– Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көн яҙҙы әйтер.– Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.–Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.

– Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта.
– Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр.
– Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр.
– Ҡыш һыуыҡ булһа, йәй эҫе булыр.
– Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуыр.
– Төндә бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.
– Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа.
– Бүрәнә шартлаһа, көн һыуытыр.
– Утын шартлап янһа, һалҡын көт.
– Ағастар шаулаһа, буран булыуын көт.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/dekabr-ayyna-ynamyshtar/
Читайте нас