Новости
9 Декабрь 2019, 09:45

Балаларҙың оҫта ҡулы тыуҙырған матурлыҡ

Өфөлә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе бөгөн дә эшләй.

Ишембайҙар өҫтәле янынан да тыныс ҡына үтеп китеп булмай. Ағастан биҙәп эшләнгән һауыт-һабалар һәм туҙҙан эшләнгән әйберҙәр иҫ киткес матурлығы менән үҙенә тарта. Бындай матурлыҡты Ишембай ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм Васильевка мәктәбе уҡыусылары тыуҙырған икән. Уйламаҫһың да, балалар ҡулы менән генә эшләнгән тип!
— Бындай ҙур күргәҙмәлә тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ. Әлбиттә, күңелдә бик матур тәъҫораттар уятты. Киләсәктә мотлаҡ бындай сараларҙа ҡатнашырға кәрәк, тигән һығымтаға килдек, —ти Кинйәбулат ауылының ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Регина Дәүләтова, үҙенең тәъҫораттары менән уртаҡлашып.
Фото: Автор фотоһы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Balalar-i-o-ta-uli-tiu-ir-an-maturli-30756/
Читайте нас