Новости
9 Декабрь 2019, 09:25

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”

Республика башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова яҡлауы аҫтында, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Бәхет территорияһы” хәйриә фонды һәм муниципаль берәмек хакимиәте ярҙамы менән уҙғарылған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты 8 декабрҙә Учалыла ойошторолдо.

Форум сиктәрендә Учалы филармонияһында ижад, матурлыҡ, һаулыҡ, спорт, стиль, ғаилә, балаларҙың үҫеше һәм башҡа темаларға арналған зоналар эшләне.
Бынан тыш оҫталыҡ дәрестәрендә, тренингтарҙа ҡатнашырға, табиптарҙың, психологтарҙың, косметологтарҙың, стилистарҙың кәңәшен алырға мөмкин ине.
Фото: Б.Ҡаһарманова.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/atin-i-b-hete-bil-m-e-31263/
Читайте нас