Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Декабрь 2019, 06:35
"Аҡылымдан яҙам инде..."
“Яңылыҡтар юҡ, эҙләү дауам итә”, “Табылманылар, эҙләйбеҙ”, “Юҡ табылманылар, кем ярҙам итә - рәхмәт”... Юғалған Мазовтарҙың әсәһе Эльмираның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә көн һайын тиерлек ошондай һүҙҙәр яҙылған. Әсә һаман өмөтләнә, көтә...
Бөгөн Мазовтарҙың юҡ булыуына етенсе аҙна китте. Йылғалар боҙ менән ҡапланғас, һыу аҫтынан эҙләү туҡтатылды. Эҙәрмәндәр иһә урынға сығып әүҙем эҙләү менән шөғөлләнмәһә лә, мәғлүмәти яҡтан эште дауам итә. Шулай уҡ ошо көндәрҙә ғаиләнең машинаһы табылған урман яғын вертолет менән һауанан тағы бер тапҡыр ентекле тикшереп сыҡҡандар. Был да һөҙөмтә бирмәне.
Хоҡуҡ һаҡсылары ла эште туҡтатмай. Әле улар баш ҡаланың шәхси балалар баҡсаларын һәм балалар үҙәктәрен тикшерә икән. Улар был учреждениеларҙың етәкселәрен саҡыртып һорау ала: Артем балаларын уларға ҡалдырып китмәгәнме? Бәлки, документһыҙ ир малайҙарҙы ваҡытлыса ҡалдырып торғандыр? Ҡыҫҡаһы, мөмкин булғандың барыһын да эшләйҙәр.
Эльмираға килгәндә, ул кешеләр һәм айырыуса журналистар менән бик аралашмай. Шулай ҙа бер баҫма хәбәрселәренә һуңғы яңылыҡтарҙы әйткән. “Балаларҙы күрһәгеҙ, зинһар, хәбәр итегеҙ. Мин уларҙы ныҡ көтәм, һағындым. Аҡылымдан яҙам инде ҡайғырыуҙан. 16 декабрҙә бәләкәй улым Славаның тыуған көнө була. Ә мин уны ҡотлай ҙа алмаҫмынмы икән?” - тигән ул.
Эльмира, бар республика халҡы һинең балаларың өсөн борсола. Ғаиләңдең иҫән-һау булыуына өмөтләнә һәм ҡайтыуҙарын теләй. Ныҡ бул, сабыр бул!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/A-ilimdan-ya-am-inde-30738/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"