+22 °С
Ямғыр


Ҡыҙсыҡ шаярып йөрөп, уң ҡулының уртансы бармағына балдаҡ кейгән. Күпме тырышһа ла сисә алмаған, быға ата-әсәһенең дә көсө етмәгән. Шул арала бармаҡ шешә һәм күгәрә башлаған. Ата-әсәгә ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән.
Баш ҡаланың Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре килеп, слесарь инструменты менән баланың бармағын ысҡындырғандар. Улар балдаҡты ҡырҡып алған. Ҡыҙыҡайға медицина ярҙамы талап ителмәгән.
Фото: ИА "Башинформ"
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/i-si-barma-i--ala-ya-an-28699/