Новости
6 Декабрь 2019, 02:10

"Вечный зов"та төшкән Белорет күперен....

Белорет ҡалаһында үткән кәңәшмәлә төбәкте данлаған ағас күперҙе тергеҙеү тураһында комплекслы ҡарар ҡабул ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарында металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған. Совет мәлендә экрандарға сыҡҡан "Вечный зов" сериалының бер күренешендә геройҙар тап шул ҡоролманан үтә.

Оҙонлоғо 550 метр булған күпер һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Һуңғы бер нисә йылда уның аша үтеүҙе тыйҙылар. Ремонтлау өсөн 30 миллион һум, емереү өсөн 4 миллион һум аҡса талап ителгәс, күперҙе бикләп ҡуйҙылар. Быйыл йәйгеһен уның бер юлөшө ишелеп төштө.

Кисәге сарала әйтелеүенсә, күпер өлөштәре консерваланасаҡ. Унан һуң проектлау һәм инженер тикшереүенән һуң белгестәр төҙөлөш-монтажлауҙы башлаясаҡ. Ҡоролманы тергеҙеү өсөн бөтә варианттар ҡарала.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килеп тыуған хәлде асыҡларға һәм күперҙе реконструкциялау эштәрен ойошторорға ҡушты.

Вице-премьер - БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев күперҙе ҡарағандан һуң: "Кешеләрҙең фекеренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Урындағы халыҡ күперҙе тергеҙһендәр тип теләүе факт булып тора. Ҡоролма Рәсәй Федерацияһының мәҙәни-тарихи һәйкәлдәре реестрына инмәһә лә, урындағылар өсөн ул ысын тарих булып тора. Был тарихтың дауамы булырға тейеш. Беҙ эшкә тотонабыҙ", - тип белдерҙе.

Фото: ИА "Башинформ"

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ya-shi-ya-ili--Vechniy-zov-ta-t-shk-n-Beloret-k-peren-terge-s-kt-r-28644/

Читайте нас