Шулай итеп, контейнер майҙансыҡтарында һәм сүп-сар үткәргестәр алдында машинаны парковкалаған граждандар өсөн штраф – берҙән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн – биштән 10 мең һумға, ойошма-предприятиелар (юридик шәхестәр) өсөн 20-нән 30 мең һумға тиклем буласаҡ. Әгәр штраф йәнә бер тапҡыр һалынһа, граждандар өсөн был сумма – өстән дүрт мең һумға, вазифалы кешеләр өсөн – 15-тән 20, ойошма-предприятиелар өсөн 35-тән 50 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Тик бер иҫкәрмә бар: үрҙә әйтелгәндәр контейнерҙар майҙансыҡтарын файҙаланыу, ипкә килтереү менән шөғөлләнгән һәм халыҡтың көнкүрешен тәьмин иткән объекттарҙа һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе атҡарыусы хеҙмәттәргә ҡағылмай.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ta-i-nind-y-shtraf-k-t-28481/