Асыҡланыуынса, 2006 йылда ирҙе полиция бүлегенә килтерәләр. Уны быға тиклем бер ҡыҙҙы көсләү һәм үлтереү эше буйынса шаһит булараҡ һорашалар. Полиция бүлегендә уны бау менән бәйләйҙәр, наручникка тарттыралар, башына полиэтилен тоҡсай кейҙерәләр. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ирҙән көсләп тигәндәй ғәйебен танырға талап итә. Әммә ул ризалашмай, ғәйебен танымай. Бынан һуң "тыңлауһыҙ" ирҙе прокуратураға оҙаталар. Бында ла тәфтишселәр иргә ҡарата рәхимһеҙлек күрһәтеп, "ғәйебеңде танымаһаң, күҙеңде соҡоп алабыҙ, скальпель менән ҡолағыңды киҫәбеҙ" тип янайҙар. Әлбиттә, ир уларҙың ҡыҫымына түҙмәй, ғәйепһеҙ булмаһа ла, "ғәйеплемен" тип таный. Ҡыҙғаныс, бынан һуң ирҙе һигеҙ йылға төрмәгә оҙаталар.
Шөкөр, ғәҙеллек еңеп сыға, бәғерһеҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең яуапһыҙ һәм уйланылмаған ҡарары юҡҡа сығарыла, Страсбург суды Башҡортостан кешеһенә ҡарата ҡулланылған яза Европа конвенцияһы статьяларына тура килмәй һәм уларҙың боҙолоуын дәлилләй. Европа суды ғәйепһеҙгә төрмәлә ултырып сыҡҡан иргә компенсация түләргә тигән ҡарар сығара.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/T---yazalay-ar-a-a--yep-e-g---t-rm-g-yabalar-27038/