Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Декабрь 2019, 11:50
Соняның хәле нисек?
Апера синдромы менән яфаланған Стәрлетамаҡ ҡыҙы Соня Ғиззәтуллинаның күптән түгел Израилгә операцияға юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо арала сабыйҙы яратып өлгөргән миллионлаған кеше уның яҙмышы хаҡында хәбәр көтә. Һаулығы нисек, операция уңышлы үткәнме?
Ғаилә менән даими бәйләнештә булған волонтер Регина Биргулиева белдереүенсә, үкенскә күрә, ҡыҙға операция эшләргә ярамай – наркозды күтәрә алмауы ихтимал. Соняға 12 сәғәт буйы киң яҡлы МРТ үткәргәндәр, баш һөйәге эсендә шыйыҡса йыйылыуын асыҡлағандар, йөрәге, һулыш алыуы ла яҡшы түгел. Ҡыҙҙың ҡуша үҫкән бармаҡтарын да әлегә айырмайҙар. Бер бармаҡ өсөн операцияға дүрт сәғәт тирәһе ваҡыт талап ителә. Ә аҙ тигәндә 11 операция эшләргә кәрәк. Шулай ҙа Израиль табиптары әле тулыһынса һығымта эшләмәгән. Клиниканың табибы артабан Соняны дауалау хаҡында һөйләшеү өсөн Өфөгә киләсәк.
Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров сабыйҙың яҙмышын шәхсән күҙәтеүе аҫтына алған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sonyani-h-le-nisek-28411/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"