

Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, конкурсҡа Өфө, Яңауыл, Салауат, Ағиҙел ҡалалары, Әлшәй, Әбйәлил, Баймаҡ, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Мәсетле һәм Нуриман райондары журналистарынан 75 ғариза килгән. Комиссия шуларҙан 13 еңеүсене һайлап алған.
«Йәмәғәтсе — булмыш» номинацияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде:
I урын — Әлфиә Әғлиуллина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы;
II урын — «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһы;
II урын — Гүзәл Ибраһимова, «Аргументы и Факты — Башкортостан» гәзите.
«Шәфҡәт күрһәтеүселәр» номинацияһында:
I урын — Людмила Кашапова, «Молодежная газета» (мәҡәләләр серияһы);
II урын — «Панорама» гәзите редакцияһы, Благовещен районы;
III урын — Раушания Рәхимова, «Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы».
«Граждандар башланғысы» номинацияһында иң яҡшылар:
I урын — Татьяна Майорова, «МКСЕТ» селтәр матбуғаты;
II урын — Минзәлә Асҡарова, «МКСЕТ» селтәр матбуғаты;
II урын — «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы;
III урын — Әбйәлил районының «Әбйәлил» ижтимағи-сәйәси гәзите.
«Тормошто яҡшыға үҙгәртеү» номинацияһында призерҙар иҫәбендә:
I урын — Евгений Романов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы;
II урын — Юлия Гай, «Спутник FM» радиоһы;
III урын — Юлия Ниғмәтуллина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 13 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙғарыла.