Малай бик ауыр кисерҙе. Бигерәк тә юғары кластарға еткәс. Класташтары матур, буйсан булып үҫте лә китте. Ә ул ҡыҙҙарҙан да бәләкәй.
Үҙенең кәүҙәгә тәпәшлеген бүтән сифаттары менән ҡапларға тырышты малай. Яҡшы уҡыны, спорт менән шөғөлләнде. Форсаты сыҡҡан һайын үҙенән бер, ике башҡа ҙур малайҙарға: “Әйҙә һуғышайыҡ, мин һине еңәм бит! Мин берәүҙән дә ҡурҡмайым! Мин батыр, – ти ҙә, беләген бөгөп, аҙ-маҙ тойомланған мускулдарын күрһәтә. – Бына-а-а! Мин берәүҙән дә ҡурҡмайым!”
Уның был ҡылығына малайҙар көлөп кенә ҡараны. Ваҡыт үтте. Мәктәпте лә, юғары уҡыу йортон да тамамланы Фәнис, әммә буйға ғына күтәрелмәне. Мәле еткәс, төрлө юлын табып, армиянан да тороп ҡалды ҡыйыу егет. Уңайы сыҡҡан һайын әлеге лә баяғы һүҙҙе йыш ҡабатланы.
– Мин берәүҙән дә ҡурҡмайым!
– Бәргеләйем!
...Бер көн дауахана палатаһында күҙен асты Фәнис. Көтмәгәндә йөрәк өйәнәге тотоп, ҡатмарлы операция яһанылар уға. “Ярай әле ваҡытында килтереп өлгөрттөләр”, – тине хирург.
Ғүмер буйы “Берәүҙән дә ҡурҡмайым” тигән һүҙҙе доға урынына ҡабатлаған ирҙең башынан был юлы “Хоҙайҙың барлығын онотҡанмын икән...” тигән уй үтте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/kho-ay-y-barly-yn-onot-anmyn/