

Баймаҡтан Әнисә Байрамғолова заманса стилләштерелгән түшелдеректәрҙән тыш, күлдәктәр ҙә тегә. Милли биҙәүестәр әҙерләй. Ҡатын бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән унынсы йыл шөғөлләнә, кейем ремонтынан ғына башланған бизнес киңәйгәндән-киңәйә бара. Әлегә йүнсел ателье өсөн айырым бина төҙөү хыялы менән йәшәй. Тик аҡса ҡайҙан табырға?! Ошо һорау уны баш ҡалала ойошторолған «БизнесПро» форумына алып килә.
Әнисә Байрамғолова, эшҡыуар /Баймаҡ ҡалаһы/: “Өфөгә тәүге тапҡыр килдем, тәжрибә уртаҡлашырға, яңы мөмкинлектәр асырға. Стилләштереп тегелгән кейемдәргә заказдар Баймаҡтан ғына түгел, Себер, Төркиә, Францияла йәшәүсе милләттәштәрҙән дә килә”.
Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән сараға эшҡыуарҙарҙан тыш, юғары уҡыу йорттары студенттары ла саҡырылғайны. Конгрес ике меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Тәү сиратта, ул мәғариф йүнәлешендә алып барылды. Йүнселдәр «Сколково» фонды мөмкинлектәре, сервистары менән танышты. Шулай уҡ төбәктә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу буйынса милли проекттың нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында мәғлүмәт алды. Был турала Башҡортостанда инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса проект офистың асыҡ ултырышында һүҙ барҙы.
Александр Сидякин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе: “Бер йыл элек беҙ һәр кесе йома проект офистың ултырышын ойошторорға килештек. Бында беҙ инвестиция рейтингын ентекле өйрәнәбеҙ, ул Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы һәм стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә төҙөлгәйне. Бизнес асыу һәм үҫтереүгә бәйле административ сығымдарҙы кәметеү, экспорт потенциалын үҫтереү йүнәлешендә эшләйбеҙ”.
Конгрес сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Бизнестың һанлы киләсәге, идара итеүҙә ышаныслы стратегия, финанстар, социаль селтәрҙәр менән нисек дөрөҫ ҡулланырға? Эшҡыуарҙар һәм йәштәр өсөн ысын мәғәнәһендә мейе штурмы ойошторолдо.
Тимур Лоҡманов, «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма директоры: “Бизнес тураһында һөйләшәбеҙ, был майҙансыҡта көслө белгестәрҙе йыйҙыҡ. Экспорт, пиар буйынса, һатыу эше буйынса”.
Ябай Черниковка малайы бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Радик Юлъяҡшин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә халыҡ һөйөүен яулап, илдең ҙур сәхнәләренә сыҡты. Шоу-бизнестың үҙ ҡағиҙәләре, талаптары бар, уңышҡа өлгәшеү өсөн талант ҡына етмәй. Яҡташыбыҙ тренинг барышында эшҡыуарҙарҙы ла яңы еңеүҙәргә өгөтләне.
Радик Юлъяҡшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Күп эшләргә, үҙеңдең хыялдарыңа ышанырға кәрәк. Пландар күп. 2020 йылда ҙур концерт буласаҡ Рәсәй кимәлендә”.
Заһир Ҡотлосурин, эшҡыуар: “Ижад кешеһенең уңышы... Миңә ҡасандыр Владимир Спиваков әйткәйне: "Мин ата-әсәйемә рәхмәтлемен, улар миңә көнөнә һигеҙәр сәғәт скрипкала уйнарға өйрәткәненә."Ул әйткәйне - (90 процент тырышлыҡ, ун процент талант. Беҙҙә милли шоу бизнес бар, кешеләр шөғөлләнә, һатып алыусы ла бар”.
Сара сиктәрендә "Министрҙар кабинеты" ла эшләне. Һәр кем төрлө ведомство вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын еткерә алды. Белгестәр янынан көн дауамында эшҡыуарҙар өҙөлмәне.
«БизнесПРО» конгрессында ҡатнашып, йүнселдәр йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ та яһаны. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу милли проекты сиктәрендә киләһе йылдарҙа ла ошондай мәғариф-консультация сараларын күпләп ойоштороу ҡаралған.
https://bash.news/news/111486_fl_biznespro_eshyuarar_kongresy_tte?lang=bash