Новости
6 Декабрь 2019, 02:35

Өфөгә геройҙар килде

Кисә, 5 декабрҙә, баш ҡаланың тимер юл вокзалында Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы геройҙарын ҡаршы алдылар.

Делегация составында илебеҙҙең иң юғары наградаһын алыусылар, һәләк булғандарҙың туғандары, ҡатындары, балалары, ейәндәре бар ине. Улар 9 декабрҙә Рәсәйҙә билдәләнәсәк Ватан геройҙары көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Был дата 12 йыл билдәләнә башланы. Уға ярашлы, илебеҙҙә батыр ата-бабалар тарихы барлана, Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Дан һәм Изге Георгий ордендары кавалерҙары тәбрикләнә.

Иҫтәлекле көндә Өфө йыл да ҡатнаша. Быйыл баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында #ГеройОтечества бүлеге асылды. Унда үрҙә телгә алынған геройҙар тураһында мәҡәләләр ҡуйыла.

Бөгөн, 6 декабрҙә, Өфө мәктәптәрендә иртәнге сәғәт 9, 10-да ҡунаҡ геройҙар батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Улар - Советтар Союзы Геройы Геннадий Павлович Кучкин, Рәсәй Геройы – яҡташтарыбыҙ Анатолий Александрович Сафронов, Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов, Вячеслав Юрьевич Аверьянов, Александр Вячеславович Панфилов, Сергей Загитович Тулин, Владимир Ришадович Алимов һәм Риф Рәйес улы Сәхәүтдинов. Балалар алдында шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Пермь крайынан геройҙар ҙа сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһенең үҫеп килгән быуынға еткерерлек фәһемле тарихы бар ине.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-g-geroy-ar-kilde-29441/

Читайте нас