Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Декабрь 2019, 06:35
Эт бурҙы тотҡан
Бишбүләк районының Мәнәүез-Мәскәү ауылында була был хәл. 30 йәшлек ир иртән магазиндың ишеге ватылғанын күрә.
Баҡтиһәң, әҙергә-бәҙер йәшәргә өйрәнгән бер әҙәм сауҙа нөктәһенән 10 шешә араҡыны урлаған. Уғры бөтәһе өс мең һумлыҡ зыян килтергән.
Ваҡиға урынына тикшереү-оператив төркөмө килә. Улар алып килгән эт ҡараҡтың эҙенә тиҙ төшә. Магазиндан 500 метр алыҫлыҡтағы Урман урамындағы йортта ул сәрхүште барып эләктерә.
Уғры 57 йәшлек ир булып сыға.
Йортта урланған араҡының бер өлөшө табыла.
Бур үҙ ғәйебен таныған, иргә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бынан һуң был әҙәм магазиндан әйберҙе урлап түгел, ә хәләл аҡсаға һатып алырға кәрәклеген аңлар, моғайын.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Et-bur-i-tot-an-26152/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"